ҠАРАТӘКӘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1153 кеше; 1920 – 1531; 1939 – 1144; 1959 – 748; 1989 – 404; 2002 – 364; 2010 – 370 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Туҡмаҡлы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1719 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында хеҙмәтле татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. Өфө провинцияһының 1761 й. указы б‑са бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп килә. Шулай уҡ Иҫке Ҡартикәй булараҡ теркәлгән. 1865 й. 111 йортта 855 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә.Ҡ.Сафиуллин, Р.С.Әйүпов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.