АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ, алюминорганик берләшмәләр һәм комплекслы алюмин гидридтары реакцияһы нигеҙендә органик һәм элементорганик матдәләр алыу. Шулай уҡ А.с. билдәле бер йүнәлештә барған алюминорганик берләшмәләрҙе синтезлауҙы ла аңлата.

Башҡортостанда А.с. б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап — Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков етәкс., 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ институтында У.М.Джемилев етәкс. алып барыла. БР ғалимдары тарафынан алкил радикалында гетероатомдары углеродтан башҡа икенсе төрлө атом булған алюминорганик берләшмәләр, терпен углеводородтары нигеҙендә юғары молекуляр алюминорганик берләшмәләр, водород атомы алмаштырылған ацетилендар нигеҙендә геминаль ди‑ һәм триалюминорганик берләшмәләр алыуҙың яңы ысулдары эшләнә; гидро‑ һәм карбоалюминлаштырыуҙың каталитик варианттары тәҡдим ителә; ҡатлы бәйләнешле һәм водород атомдары төрлө дәрәжәлә алмаштырылған химик берләшмәләр өсөн яңы универсаль гидроалюминлаштырыусы реагент уйлап табыла; алюминорганик реакцияларҙың яңы класы асыла һәм 3‑, 5‑быуынлы цикллы алюминорганик берләшмәләрҙе синтезлау ысулдары эшләнә һәм уларҙың ғәҙәти булмаған әүерелештәре һөҙөмтәһендә ҡиммәтле гетероциклик матдәләр алына (Джемилев, Ә.Ғ.Ибраһимов).

Әҙәб.: Кучин А.В., Толстиков Г.А. Препаративный алюминийорганический синтез. Сыктывкар, 1998.

О.С.Вострикова

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018