ҠАРАТАШ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡатасҡын, Айғыр (Кесе Инйәр й. ҡушылдыҡтары) һәм Минйәк (Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 17 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 6 км, көньяҡ өлөшөнөң — яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 919 м. Һыртта 600—900 м бейеклектәге 6 түбә айырылып тора. Көньяҡ өлөшөндә яҫы түбәле 2 армыт (оҙонлоҡтары яҡынса 2 км, киңлектәре 0,5—2 км) бар. Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, көнсығыш өлөшө уйпатлыҡ һәм йырындар м‑н ҡатмарланған; төньяҡ һәм көньяҡ битләүҙәре текә. Егәҙе‑Комаров свитаһының кварцлы, ялан шпатлы алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Ҡ. итәгендә Ҡатасҡын, Айғыр, Минйәк йй. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро тау һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке