ҠАРАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Нуриман, Салауат р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап Шарҙалы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) алып Һалдыбаш й. киңлек ағымына тиклем субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 80 км, көнбайыш өлөшөнөң киңлеге 10—13 км, урта өлөшөнөң — 5—6 км, көнсығыш өлөшөнөң — 8—10 км. Абс. бейеклеге 691 м (Ағаҙарҙаҡ тауы). Рельефы үҙәндәр м‑н ныҡ йырғыланған. Ҡаратау күтәрелешенең (ҡара: Ҡаратау ҡалҡыуы) алғы өлөшөнә тура килә. Өҫкө рифейҙың карбонат‑терриген ҡатламдарынан тора. Һыртта Оло Айыр (Йүрүҙән й. ҡушылдығы), Әшә, Минйәр (Эҫем й. ҡушылдыҡтары), Салдыбаш йй. һ.б. башлана. Ландшафы көнсығышта кәҫле көлһыу тупраҡтағы икенсел ҡайын һәм шыршы урмандарынан, көнбайышта кәҫле көлһыу һәм аҡһыл һоро урман тупраҡтарындағы ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт. Һырт буйлап йүкә, имән, саған һәм йыла ағастары таралыуының көнсығыш сиге үтә. 

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.