ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ, Урал алды бөгөлөндә ятҡан һәм уны Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, Ағиҙел депрессияһы уйпатлыҡтарына бүлгән субкиңлек йүнәлешле тектоник структура. Ҡ.ҡ. төҙөлөшөндә Ҡаратау, Турғай тауҙары һәм Ажығарҙаҡ (Минйәр) антиклинорийҙарының төньяҡ ҡанаттарын ҡатмарлаштырған һәм киҫеп үткән субкиңлектәге өс ҡаплау шыуҙырмаһы айырыла. Улар көньяҡта Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә көньяҡҡа боролған һәм ҡаплау шыуҙырмаһына әүерелгән һул яҡ күсеш компоненты булған төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле Әшә һынылышына барып тоташа. Ҡ.ҡ. өҫкө рифей, венд, улар өҫтөндә тәрән йырын м‑н ятҡан девон һәм карбондың һай һыулы терриген һәм карбонат ултырмаларынан тора, һуңғылары көнсығышта Эҫем мульдаһының аҫҡы пермь ҡатламдары м‑н алмашына, унда Урал алды бөгөлөнөң көнбайыш бортына хас булған риф теҙмәләре Ҡ.ҡ. ҡаплау шыуҙырмалы‑йыйырсыҡлы структуралары м‑н өҙөлә. Ҡ.ҡ. йәше иртә пермдең аҙағынан боронғораҡ түгел (ситләтелгән мәғлүмәттәр б‑са — һуң пермь). Ҡ.ҡ. барлыҡҡа килеүе б‑са мәсьәлә бәхәсле: Н.С.Шатский уны Көнсығыш Европа платформаһының күтәрелгән блогы булараҡ, М.А.Камалетдинов Урал яғынан тулыһынса ҡыҫып килтерелгән һәм бөгөлдө ҡаплаған шарьяж булараҡ ҡарай.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.