ҠАРАТАМАҠҺАҘ, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ. Борай р‑ны Ҡаратамаҡ а. эргәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 758 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,62 м, иң ҡалыны — 4,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ҡара ерек, ҡара ҡарағат, көньяҡ ҡамышы, күл ҡамышы, күрән, тура ҡаҙ үләне, һаҙ яраны, юл япрағы һ.б. үҫә; аҡ ҡуян, төлкө, мышы, ҡара төйлөгән, селән, тартай, һоро торна, һоро килейек, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.