ҠАРАТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 551 кеше; 1920 – 663; 1939 – 412; 1959 – 442; 1989 — 232; 2002 – 193; 2010 – 136 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡушманаҡ төп мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡангилде исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 54 йортта 364 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Ҡаратамаҡ ҡәберлеге бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке