ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 4—5 бб. ҡарай. Борай р‑ны Ҡаратамаҡ а. көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. һул ярында урынлашҡан. 1958 й. ер эштәре башҡарған саҡта урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й. С.М.Васюткин, 1988 й. Б.Б.Агеев тикшерә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 24 ҡәбер өйрәнелгән. Ҡәберҙәрҙең күпселегендә 1‑әр, 4‑әүһендә 2‑шәр мәйет табылған. 2 ҡәбер соҡоронда 3 һәм 5 мәйет ерләнгән. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. 3 ҡәберҙә ағас ҡалдыҡтары табылған. Ҡәбергә бронза беләҙектәр, сикә сулпылары, муйынсаҡтар, көҙгө, ҡайыш баштары, айыу һыны төшөрөлгән ҡыуыш сулпылар, сымдан яһалған һырғалар, бронза һәм тимер ҡаптырмалар, тимер ураҡтар һәм һөңгө башаҡтары, бысаҡтар, һөйәк уҡ башаҡтары, быяла муйынсаҡтар һалынған. Ирҙәр ҡәберҙәрендә ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренән торған “ҡорбан йыйылмалары” табылған. Ҡ.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.