ҠАРАТАЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 487 кеше; 1959 — 382; 1989 — 195; 2002 — 225; 2010 — 212 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йомаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Ҡотой а. (хәҙ. Уйбулат а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.