ҠАРАТАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 7 кеше; 1939 — 170; 1959 — 356; 1989 — 512; 2002 — 532; 2010 — 512 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. — 20 б. башында Орск өйәҙендә Кинйәбулат (Буранбай) утары урынында нигеҙ һалына. 1920 й. 2 йорт теркәлгән. 1931 й. алып 46‑сы ат заводының Ҡаратал участкаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке