ҠАРАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарат а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 352 кеше; 1920 – 437; 1939 – 509; 1959 – 385; 1989 – 325; 2002 – 293; 2010 – 267 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1783 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Ҡараш булараҡ теркәлгән. 1795 й. 11 йортта 52 кеше йәшәгән, 1865 й. 27 йортта – 162 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.