ҠАРАСИМ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Кесе Инәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 360 кеше; 1920 — 441; 1939 — 309; 1959 — 251; 1989 — 142; 2002 — 142; 2010 — 115 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Кесе Шаҙы, Ҡарашым исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 80 йортта 204 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.