ҠАРАС СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡарас менән Аҡша” эпосында, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәтендә һ.б. һаҡланған, уларҙа Ҡ.с. ҡыйыу хәрби етәксе һәм ырыу башлығы итеп һүрәтләнгән. Риүәйәттәр б‑са, Ҡ.с. Ҡараһаҡалдың замандашы, Ҡобағош сәсәндең бүләһе булған. Ғ.Ф.Вилдановтың “Башҡорт ҡашҡалары” (1925) хеҙмәтендә Ҡ.с. тыуған ере тип Наурыҙ а. (Учалы р‑ны) күрһәтелә. Сәсәндең беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙән‑бер әҫәре — “Ҡарас менән Аҡша” эпосына ингән ҡаҙаҡ батыры Аҡша м‑н әйтеше. Эпоста Ҡ.с. ырыу именлеген һаҡлаусы ҡыйыу яугир, яу башы һәм мәргән уҡсы булараҡ кәүҙәләндерелә.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.