“ҠАРАС МЕНӘН АҠША”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә һәм сәсмә формаларҙа йәшәй. Тәүге тапҡыр 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Наурыҙ а. (Учалы р‑ны) Ғүмәр Күкбирҙин тарафынан Ғәбделғәзиз Наурыҙовтан яҙып алына, был яҙма Ғ.Ф.Вилданов тарафынан уның “Башҡорт ҡашҡалары” (1925) хеҙмәтенә индерелә. “Ҡарас сәсән” һәм “Ҡарас батыр” исемле варианттары М.А.Буранғолов һәм Ә.М.Сөләймәнов тарафынан яҙып алына.

“Ҡ.м.А.” барымта ғәйепләнә. Ҡарас сәсән ерҙәренә Аҡша батыр етәкс. ҡаҙаҡтар һөжүм итә һәм бер өйөр йылҡыны ҡыуып алып китә. Ҡарас, баҫҡынсыларҙы ҡыуып етеп, Аҡша м‑н ҡапма‑ҡаршы әйтешә. Әйтеш ауыҙ-тел әҙәбиәте традицияларына хас булған 3 өлөштән тора: әхлаҡи яҡтан дошманды юҡҡа сығарыу маҡсатында уға мөрәжәғәт итеү, ҡорал м‑н “һөйләшеү” — кәрәк ваҡытта ул уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаһын өсөн монолог-үтенес, еңелгән дошманды маҡтау. Аҡша бәхәсте тыныс юл м‑н хәл итеү тәҡдименән баш тарта, һуңынан сәсән уғынан һәләк була; батырҙар йолаһы б‑са, Ҡарас уны ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ерләй.

“Ҡ.м.А.” варианттары Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5-се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.