“ҠАРАҺАҠАЛ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Ғәбит сәсәндән яҙып алына, ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана. Әҫәрҙә башҡорт ихтилалдарының (173540) һуңғы этабы ваҡиғалары сағыла. Эпостың төп геройы Ҡараһаҡал аҡыллы, оҫта телле, ҡыйыу баһадир. 15 йәшендә ул батырҙарҙың кәңәше б‑са сит илдәргә сығып китә, байтаҡ йылдарын шунда үткәрә. Батыр Хәрәзм, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ хандарының ярҙам итеүҙәренә ризалыҡтарын алғандан һуң тыуған иленә ҡайта һәм башҡ. ырыуҙарын яуға күтәрә. Эпоста колониялаштырыуға ҡаршы көрәштә башҡ. йәмәғәтселегенең берләшеүе һәм ойошоуы кәрәклеге т‑да идея яңғырай. “Ҡ”. мотивтары б‑са Буранғолов ш. уҡ исемле пьеса яҙған. 

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5-се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000; Башкирское народное творчество. Т.10. Исторический эпос. Уфа, 1999.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.