ҠАРАНТОРАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Урғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Урғалы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Үтәште й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 876 кеше; 1920 – 1259; 1939 – 844; 1959 – 503; 1989 – 280; 2002 – 298; 2010 – 264 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Урғалы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1879 й. Златоуст өйәҙенең Бала-Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Красноуфимск өйәҙе крәҫтиәндәре 1‑се Гостевский (Крантрав) ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 103 йортта 659 кеше йәшәгән. 1906 й. Яңы Петропавловский ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, земство мәктәбе, 5 бакалея кибете булѓан. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.