ҠАРАН‑ҠУҢҠАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 576 кеше; 1920 — 682; 1939 — 453; 1959 — 440; 1989 — 328; 2002 — 512; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы Ҡуңҡаҫ а. (хәҙ. Әлшәй р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үрге Ҡуңҡаҫ исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан 1‑се Түбән Ҡуңҡаҫ булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 й. 22 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 376 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Х.С.Зарипов, Ф.С.Мырҙаҡаев, М.К.Солтанов ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.