ҠАРАНЙЫЛҒА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 600 кеше; 1920 — 741; 1939 — 560; 1959 — 435; 1989 — 239; 2002 — 186; 2010 — 130 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] Митрәй исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 62 йортта 337 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке