ҠАРАН-БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта Ҡаран й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 — 568; 1939 — 358; 1959 — 307; 1989 — 116; 2002 — 138; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1760 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы Бишенде а. (хәҙ. Үрге Бишенде а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 37 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 35 йортта 250 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. Т.М.Вилданов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.