ҠАРАНБАШ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Сергиополь а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ҡаран й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 46 кеше; 1920 — 100; 1939 — 204; 1959 — 231; 1989 — 185; 2002 — 205; 2010 — 185 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. — 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә немецтар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1906 й. утар, 1920 й. ширҡәт булараҡ теркәлгән, 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. 50‑се йй. аҙ. Ҡ. Чистополь а. (20 б. башында нигеҙләнгән) ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке