ҠАРАНАЙ МОРАТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы. Е.И.Пугачёвтың баш полковнигы. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорто. Шул уҡ улустың сотнигы. Башҡорт ихтилалында (175556) ҡатнаша. Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы Ҡаранай а. (Стәрлебаш р‑ны) йәшәгән. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Ҡанбулат Юлдашев һәм Һамар Ҡасҡынов м‑н берлектә башҡ. отрядына (4 мең кеше) етәкселек итә, Стәрлетамаҡ пристанен, Табын ҡәлғәһен алыуҙа, Өфөнө ҡамауҙа ҡатнаша. Дек. башында Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәген ойоштора һәм Кама буйы м‑н Башҡортостандың төньяҡ- көнбайыш халыҡтары хәрәкәтен етәкләй. 22 дек. Йәрмөхәмәт Ҡәҙермәтов м‑н берлектә Ҡазан губернаһының Сарапул а. ала. 1774 й. ғин. Ҡ.М. отрядтары Ҡазан губ. Алабуға а. һәм Минзәләне ҡамай. Яҙын Нуғай даруғаһы халҡын баш күтәреүселәр ғәскәренә мобилизациялай. Май— июлдә Ҡәнзәфәр Усаев һәм Ҡасҡын Һамаров м‑н берлектә П.М.Голицын, П.А.Шепелев, И.К.Маршилов, В.Меллин етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштар алып бара. Июлдә Ҡазан тирәһендә һуғыша, июль аҙағында Ҡәнзәфәр Усаев һәм Салауат Юлаев м‑н берлектә Нуғай даруғаһында отрядтар йыя. Сент.—окт. Ф.Ю.Фрейман етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Окт. аҙағында Йылайыр ҡәлғәһе янында И.Л.Тимашевҡа (ҡара: Тимашевтар) ғәйебен танып килә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Нояб. аҙағында Мәскәүгә ебәрелә, унда 1775 й. 10 ғин. Пугачёв һәм уның көрәштәштәрен язалау шаһиты була. Язанан азат ителә. Өфө провинция канцелярияһының йәшерен күҙәтеүе аҫтында тора. 1788 й. Бөрйән улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ ҡ., Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а. урамға Ҡ.М. исеме бирелгән; Стәрлебашта уға бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Таймасов С.У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. Уфа, 2000; Кулбахтин Н.М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. Уфа, 2005.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке