АЛЬШЕЕВСКИЙ, һары ҡандала үләне сорты. 20 б. 50‑се йй. Н.С.Соломатин (БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Антонов ис. к‑з) тарафынан ҡырағай ҡандала үләненең урындағы популяцияһынан киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 2 м тиклем, төҙ, ныҡ тармаҡлы. Япрағы ҡатмарлы, өсәрле, япраҡсалары эллипс формаһында. Сәскәһе һары, оҙон тығыҙ суҡтарға берләшкән. Борсаҡтары уртаса ҙурлыҡта, һарғылт көрән һәм һоро төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,8—2,0 г. Сорт ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, онло ысыҡ ауырыуы м‑н аҙ зарарлана. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 187, орлоҡ — 7,2; 100 кг йәшел массала — 19 берәмек мал аҙығы, 2,9 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1985—88). БАССР б‑са 1961 й. ҡулланылышҡа индерелгән, Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018