ҠАРАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 752 кеше; 1920 — 986; 1939 — 688; 1959 — 386; 1989 — 178; 2002 — 185; 2010 — 167 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1748 й. һәм 1762 й. араһында керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, һуңыраҡ мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. Шулай уҡ Ҡаран- Мостай исеме (тәүге төпләнеүселәрҙең береһе Мостай Атыев исеменән) м‑н теркәлгән. 1865 й. 104 йортта 448 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тире иләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.