ҠАРАН, Берёзовка, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 97 кеше; 1920 — 147; 1939 — 177; 1959 — 138; 1989 — 210; 2002 — 328; 2010 — 377 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1871 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Пенза һәм Сембер губ. күсеп килеүселәр Ҡаран утары булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Берёзовка утары булараҡ теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке