ҠАРАН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Энәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 322 кеше; 1920 — 858; 1939 — 753; 1959 — 406; 1989 — 136; 2002 — 155; 2010 — 119 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә Ҡаран утары булараҡ нигеҙ һалына. 1891 й. 52 йортта 275 кеше йәшәгән. 1900 й. һыу тирмәне булған. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке