ҠАРАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Киәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 942 кеше; 1920 — 985; 1939 — 749; 1959 — 627; 1989 — 509; 2002 — 449; 2010 — 358 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Һөнәрселек лицейы, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 143 йортта 679 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.