ҠАРАМЫШЕВА Нурия Миңлеғәли ҡыҙы (3.12.1948, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Яңы Ҡалҡаш а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Стәрлетамаҡ химия- технология техникумында, 1985 й. алып КПСС‑тың Стәрлетамаҡ ҡала ком‑тында (1987 й. башлап бүлек мөдире) эшләй. 1990 й. алып СДПА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2002—05 йй. БР ФА Стәрлетамаҡ филиалының төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре идара итеү социологияһына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Управление социальными процессами в производственных организациях в условиях становления рыночных отношений. Уфа, 2007.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.