“АЛЬШЕЕВСКИЕ ВЕСТИ” (“Әлшәй хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Әлшәй р‑ны Раевка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Әлшәй хәбәрҙәре”), татар (“Әлшәй хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1935 й. февр. урыҫ (“Сталинец”) һәм татар (“Сталинчы”; икеһе лә — “Сталинсы”) телдәрендә сыға башлай, 1960 й. алып — “Путь Ильича” һәм “Ильич юлы” (икеһе лә — “Ильич юлы”); 1963 й. — башҡ. һәм татар телдәрендә “Дим”, урыҫ телендә “Дёма”, 1965 й. алып — “Ленин байрағы”, “Ленин байрагы” һәм “Знамя ленинизма”; 1992 й. башлап хәҙ. исемдәр м‑н баҫыла. 1962—63 йй. гәзит нәшер ителмәй.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.