ҠАРАМЫШЕВ Әмир Батыргәрәй улы [7.4.1893, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 7.8.1918, ш. уҡ губ. Мейәс ҡ., Ырымбур ҡ. ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. Г.Б.Ҡарамышевтың ҡустыһы, М.Б.Ҡарамышевтың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—17 йй. рус армияһында, корнет, 1918 й. алып Башҡорт ғәскәрендә, ротмистр. Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты, 1917 й. дек. башлап Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге мөдире ярҙамсыһы. 1918 й. ғин. Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы б‑са Ғ.С.Иҙелбаев һәм Ғ.С.Мағазов м‑н берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонының Баймаҡ а. 1‑се башҡ. полкын ойоштороуға етәкселек итә. Мартта отряд тар-мар ителгәндән һуң (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу) большевиктарға ҡаршы партизандар хәрәкәте ойоштора. Апр. Ҡ. етәкс. отряд казактар м‑н берлектә Ырымбурҙа ҡулға алынған Башҡ. хөкүмәте ағзаларын иреккә сығара. Июндә уның етәкс. Верхнеурал өйәҙендә Башҡ. ғәскәренең 5‑се уҡсылар һәм 1‑се кавалерия полктары ойошторола. Июлдән 1‑се Башҡ. кавалерия полкы ком., Верхнеурал фронтының Башҡ. көстәре оператив төркөмө командующийы. В.К.Блюхер етәкс. ҡыҙыл отрядтарға ҡаршы башҡ. частары хәрәкәтенә етәкселек итә. Ҡ. исеме Башҡ. ғәскәренең 1‑се Башҡ. кавалерия полкына бирелгән (1918). 

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Насыров Р.Х. Сабля хороша в ножнах. Уфа, 2000.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке