ҠАРАМЫШЕВ Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы [1903 й. дек., Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 20.1.1977, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1940) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1949) һәм БАССР‑ҙың (1935) атҡ. артисы. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1926—27 йй. Дәүләт кинематография ин‑тында (Мәскәү) уҡыған. 1919—70 йй. (өҙөклөктәр м‑н) БАДТ актёры. Ҡ. сәнғәте көслө һәм сағыу комизм, тәьҫирлелек, характерҙы теүәл асып биреү м‑н айырылып тора. Төп репертуары сатирик йүнәлештәге киҫкен характерлы ролдәрҙән тора: классик урыҫ драматургияһында — Бобчинский (“Тикшереүсе” – “Ревизор”), Кочкарёв (“Өйләнеү” – “Женитьба”; икеһе лә — Н.В.Гоголь), Шмага (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” – “Без вины виноватые”, А.Н.Островский), Серебряков (“Ваня ағай” – “Дядя Ваня”, А.П.Чехов); хәҙ. заман — Незеласов (“Бронепоезд 14—69”, Вс. Иванов), Кокорышкин (“Ябырылыу” – “Нашествие”, Л.М. Леонов); башҡ. — Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Күсәрбай (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян). Байтаҡ трагик образдар ижад итә: Фәхри (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Кинйәбай (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Пугачёв (“Салауат батыр”, Ф.М.Сөләймәнова). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”) фильм-балетында төшә (Свердловск к/ст, 1959). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке