ҠАРАМЫШЕВ Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы [8.7.1888, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1922 й. сент., Стәрлетамаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән, Й.И.Ҡарамышевтың ейәне, Ә.Б.Ҡарамышевтың, М.Б.Ҡарамышевтың ағаһы. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы, 1921 й. ағзалыҡтан сығарыла. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1907). 1917 й. тиклем Өфө һәм Ырымбур губ. мәктәптәрендә уҡыта. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша (Мәскәү, 1917 й. 1—11 майы). 1917 й. башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең ер башҡармаһы, Башҡ. шураһы рәйесе, 1918 й. — Башҡорт хөкүмәтенең ер төҙөлөшө бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта сент. алып “Тулҡын” бөтә башҡ. йәштәре союзы рәйесе. 1919 й. февр. Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороуҙа ҡатнаша, 22 февр. башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡ‑н ХХС‑ы рәйесе, бер үк ваҡытта март—майҙа АСБР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 1920 й. алып БашҮБК ағзаһы. 1920 й. нояб. БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н ком‑ты делегацияһы составында баш күтәреүселәр отрядтары етәкселеге м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша (ҡара: Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы), һөҙөмтәлә 26 нояб. Темәс а. ихтилалды туҡтатыу т‑да килешеүгә ҡул ҡуйыла.

М.М.Ҡолшәрипов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке