ҠАРАМЫШ Таңһылыу (ысын исеме Мәхмүтова Таңһылыу Фаяз ҡыҙы; 3.3.1948, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Ҡарамышевтар нәҫеленән. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны (1971), КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Партия, совет һәм идеология кадрҙарының квалификацияһын күтәреү курстарын (1984) тамамлаған. 1971—98 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” (1971), “Ағиҙел” (1982—89), “Шоңҡар” (1994—97 йй. баш мөхәррир) һ.б. гәзит һәм журналдар хеҙм‑ре; 1972—77 йй. ТТӘИ, 1992— 94 йй. “Китап” нәшриәте, 1998— 2003 йй. “Башҡортостан” ТРК ФДУП‑ы хеҙм‑ре. “Саҡыр мине” исемле тәүге китабы 1981 й. сыға. “Тиҫтерҙәрем” (1988), “Ҡосағыңа ал, тормош” (1985), “Гөлләмә” (1993), “Мәңгелек сәфәр” (2014) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Р.Ғарипов ис. пр. лауреаты (1994).

Әҫәрҙ.: Донъя-даръя: шиғырҙар. Өфө, 2008; Сәскәле йән: шиғырҙар. Туймазы, 2008; Сәғәҙәт сәғәте: шиғырҙар. Туймазы, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.