ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ (Баймаҡ р‑нындағы Ҡарамалыташ тауы исеменән), девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1944). Ҡ.с. ултырмалары Баймаҡ, Учалы һәм Әбйәлил р‑ндарында таралған. Йәшмә ҡатламдарын үҙ эсенә алған һелте һәм әсе составлы базальттарҙан, дациттарҙан, риолиттарҙан, туфтарҙан һәм тефроидтарҙан тора. Ҡалынлығы 2000 м тиклем. Ирәндек свитаһында ята, олотау свитаһы м‑н ҡаплана. Ҡ.с. йәше — эйфель ярусы. Ҡ.с. ултырмаларына Учалы, Озёрный (Учалы р‑ны), Сибай һ.б. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары, ш. уҡ алтын, көмөш, марганец, биҙәү йәшмәһе һәм родонит ятҡылыҡтары тура килә.

Әҙәб.: Маслов В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; Серавкин И.Б. Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986.

В.А.Маслов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке