ҠАРАМАЛЫ-ҒӨБӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 38 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1309 кеше; 1920 — 1446; 1939 — 1332; 1959 — 1230; 1989 — 1096; 2002 — 1052; 2010 — 1120 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1755 й. тиклем керҙәш башҡорттар, икенселәре б‑са — 1756 й. һуң (аҫаба башҡорттар м‑н килешеү б‑са ер Үрге Троицк заводына оброк түләү шартында ҡуртымға бирелгәндән һуң) яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Халҡы һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. 1795 й. 244 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 500 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке