ҠАРАМАЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1086 кеше; 1920 — 1088; 1939 — 1420; 1959 — 641; 1989 — 333; 2002 — 380; 2010 — 381 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1810 й. алып билдәле. 1865 й. 90 йортта 583 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, септә һуғыу, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, ярма ярғыс, 3 бакалея кибете теркәлгән. М.С.Ҡунафин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке