ҠАРАКҮЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 6 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 81 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 228 кеше; 1939 — 62; 1959 — 196; 1989 — 291; 2002 — 335; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб (“Гөлнәзирә” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле) бар.

20 б. башында Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Арый а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1939 й. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке