ҠАРАКҮЛ, А р ы й, Әнйәк й. (Әй й. басс.) үҙәнендәге һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Үрге Әбсәләм а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106 га, торфтың уртаса ҡалынлығы яҡынса 5 м. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: гермафродит энәле көртмәле, сатырлы ҡышһөйәр, тутлы схенус, түңәрәк ҡушъяпраҡ, Фукс бармаҡтамыры, һаҙанаҡ, ысын кәкүк ситеге, ябай ҡылысүлән һ.б.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.