ҠАРАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Тыпҡынды й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 461 кеше; 1939 — 471; 1959 — 315; 1989 — 293; 2002 — 316; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бала‑Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Сөләймән һәм Амандыҡ Ҡараҡаевтар билдәле. 1869 й. 65 йортта 369 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.