ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 778 кеше; 1920 — 921; 1939 — 930; 1959 — 635; 1989 — 193; 2002 — 133; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1732 й. алып билдәле. 1795 й. 22 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта — 466 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 сауҙа кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.М.Низамов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.