ҠАРАЙҒАН, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман-Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 323 кеше; 1920 — 333; 1939 — 384; 1959 — 419; 1989 — 250; 2002 — 284; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, соц.-мәҙәни үҙәк бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1787 й. алып билдәле. Сотник Ҡарайған Яугилдин исеме м‑н аталған. 1795 й. 27 йортта 181 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 221 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Ҡ. эргәһендәге Торатау — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.Ш.Ҡотошов ошо ауылда тыуған.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке