ҠАРАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 197 кеше; 1920 — 203; 1939 — 164; 1959 — 57; 1989 — 82; 2002 — 102; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улдары Байғужа һәм Хызыр Ҡараевтар билдәле. Шулай уҡ Аҡбулат исеме (улус старшинаһы Аҡбулат Раҡаев исеменән) м‑н теркәлгән. 1866 й. 40 йортта 166 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Х.Н.Ғайсин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке