ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ. Благовар р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, а.х. машиналары һ.б. бар. 2011 й. 6 кеше эшләгән. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 60 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): арыш — 20, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 40; етештереү (т): иген — 5,6. Һыйыр малы һаны — 7, һарыҡ һәм кәзә — 20, ҡош-ҡорт — 20; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 840 кг; етештереү (т): һөт — 2,5, ит — 5,2, йомортҡа — 3 мең дана. Бал ҡорто ғаиләһе һаны — 8, 400 кг бал етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1993 й. “Мир” с‑зынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә ойошторола.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.