ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы. Ҡыпсаҡтарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенең башында тора. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Бикбау бей, Иҫке бей һәм Шәғәле Шаҡман бей м‑н көньяҡ- көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеү т‑да жалованный грамота ала. Ҡ.б.М. тархан титулы бирелә.

Әҙәб.: Иҫкебей мәҡ. ҡарағыҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке