ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ, Ҡаракилмәт, Ҡ.-Килмөхәммәт (?—1631), Нуғай Урҙаһы мырҙаһы. Иҙеүкәй тоҡомонан. 17 б. башында (Ә.Н.Усманов мәғлүмәттәре б‑са, 16 б. башында) Башҡортостан наместнигы. 1623 й. алып Оло Нуғай Урҙаһы нуратдины (тәхет вариҫы). Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә булыу өсөн Аҡһаҡ Килембәт м‑н көрәш алып барған (“Мең ырыуы шәжәрәһе”ндә сағылыш тапҡан). Үҙ-ара һуғышта нуғай мырҙалары тарафынан үлтерелә.

Әҙәб.: Трепавлов В.В. Ногаи в Башкирии, XV—XVII вв. Княжеские роды ногайского происхождения. Уфа, 1997.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке