АЛЬТАИР, Ҡарағош α‑һы, аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,77. Радиусы б‑са Ҡояштан яҡынса 2 тапҡырға ҙурыраҡ һәм 10 тапҡырға күберәк яҡтылыҡ сәсә. Ерҙән яҡынса 16 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Авг., төн уртаһында йондоҙ көньяҡҡа офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (44°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.