• Печать

ҠАРАҒОШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡарағош а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Рәзәт й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2076 кеше; 1920 — 2450; 1939 — 1579; 1959 — 1084; 1989 — 766; 2002 — 658; 2010 — 567 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Әмир урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1756 й.  керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 192 йортта 1246 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 6 һыу тирмәне, 10 сауҙа кибете булған. 1906 й. 3 мәсет, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1930—32 йй. Ҡарағош районының адм. үҙәге. Р.Ғ.Ғатауллин, Р.В.Ҡанбәкова, В.Р.Туҡтаров, М.Н.Фәрхшатов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке