ҠАРАҒОЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 226 кеше; 1920 — 241; 1939 — 367; 1959 — 398; 1989 — 284; 2002 — 253; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мөрсәлим урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 7 йортта 47 кеше йәшәгән, 1865 й. Ҡ. (Антошкинола) 24 йортта — 134 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

З.С.Шәйхетдинов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке