ҠАРАҒАТ (Ribes), крыжовник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡара Ҡ. һәм төклө Ҡ. үҫә. Бейеклеге 1,5— 2,0 м булған япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡлыҡ. Япрағы өс, биш айырсалы, һаплы, сиратлы, ҡара Ҡ. — өҫ яҡтан яланғас, ҡарағусҡыл йәшел, аҫ яҡтан һеңерсәләре буйлап төклө, алтынһыу төҫтәге ваҡ нөктәле биҙҙәр м‑н, төклө Ҡ. — йөнтәҫ, йәшкелт төҫтә. Сәскәһе ваҡ, алһыу‑күк йәки алһыу‑һоро, ҡыңғырау формаһында, суҡтарға йыйылған. Майҙа сәскә ата. Емеше — ҡара‑көрән йәки ҡыҙыл еләк, июлдә өлгөрә. Дымлы һаҙлы урмандар, урман ситтәре, күл, йылға һәм һаҙлыҡтарҙың ситтәре буйлап, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар араһында респ. бөтә терр‑яһында үҫә. Ҡиммәтле емеш‑еләк һәм витаминлы үҫемлек. Баллы, декоратив, ашарға яраҡлы үҫемлек. Составында витаминдар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, медицинала ҡулланыла. Культурала ҡара Ҡ., ҡыҙыл Ҡ., һары Ҡ. таралған. Ауырлығы 1,0—3,5 г булған емештәрендә 10— 12% шәкәр, 1—3% органик к‑талар, 1—2% пектиндар, 100 г емештә 20—300 мг С витамины һ.б. бар. Ултыртҡандың 2—3‑сө йылына емеш бирә башлай, ҡышҡа сыҙамлы. Йәшел һәм ағасланған һабаҡса, бөрө ботағынан, ҡыуаҡты бүлеү юлы м‑н үрсетәләр. Рәт эсендә 1,0—1,5 м һәм рәт араһында 2,5—3,0 м алыҫлыҡта ултырталар; һары Ҡ. — ошоға ярашлы 2 һәм 4. Уңдырышлылығы — 100—150 ц/га (һары Ҡ. — 200‑гә тиклем). Емеше аҙыҡ итеп яңы йыйылған килеш һәм эшкәртелеп ҡулланыла.

Ҡ. яңы сорттарын булдырыу һәм зона агротехникаһын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1935 й. алып Кушнаренко емеш-еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәгендә, 1960—90 йй. Өфө тәжрибә‑производство хужалығында (Р.И.Болотина, М.Ғ.Әбдиева һ.б.) үткәрелә. Ҡ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында ла үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа ҡара Ҡ. (Баррикадная, Бобровая, Валовая, Караидель һ.б.), һары Ҡ. (Венера, Зарина, Ляйсан, Шафак һ.б.) респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған сорттары, ҡыҙыл Ҡ. (Натали, Смольяниновская һ.б.) индерелгән

Р.В.Вафин, М.Ғ.Әбдиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.