ҠАРАҒАС (Larix), ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 20‑гә яҡын) төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда Сукачёв, йәки урыҫ Ҡ. үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы ылыҫын ҡойоусы ағас, 300—400 йылға тиклем үҫә. Сатыры киң конус формаһында, ботаҡтары горизонталь урынлашҡан, олоно төҙ, бейеклеге 25—37 м, диам. 1 м тиклем. Йәш үренделәре асыҡ һары төҫтә; ылыҫы йомшаҡ, тар ҡыяҡ, оҙонлоғо 20—50 мм, асыҡ йәшел төҫтә, оҙонайған үренделәрҙә — спираль рәүешендә, ҡыҫҡаларында 30—50‑шәр дана шәлкемләп урынлашҡан. Ата тубырсыҡтар ярымшар формаһында, яңғыҙ, ваҡ, һарғылт төҫтә. Апр. аҙ. — май башында, ылыҫ ебәргәндә һеркәләнә. Инә тубырсыҡтар йомортҡа формаһында, йәштәре — йәшкелт, өлгөргәндәре – көрән төҫтә, оҙонлоғо 3—5 см, киңлеге 2—3 см, вертикаль урынлашҡан, көҙөн өлгөрә. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы. Тупраҡҡа талымһыҙ. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, һирәкләп респ. төньяғында ҡарағай, ҡайын, һирәгерәк шыршы, аҡ шыршы, йүкә м‑н үҫә. Урман хужалығында ҡулланыла, парк һәм баҡсаларҙа үҫтерелә. Составында дуплау матдәләре, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Республикала Ҡ. сәнәғәт өсөн ҡырҡыу 1960 й. алып тыйылған.

Әҙәб.: Путенихин В.П., Фарукшина Г.Г., Шигапов З.Х. Лиственница Сукачёва на Урале: изменчивость и популяционно-генетическая структура. М., 2004.

В.П.Путенихин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке