ҠАРАҒАС, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны аша Ҡапҡалы й. тамағы киңлегенән Ҡояҙы й. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) тиклем Инйәр й. һул яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 9 км, киңлеге 0,5— 2 км. Абс. бейеклеге 921 м. Рельефында 3 түбә айырыла. 100 м тәрәнлектәге билән м‑н төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүленгән. Төньяҡ‑көнбайыш битләүе һөҙәк (ауышлығы 15— 25°), көньяҡ‑көнбайышы һыҙалар һәм уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған. Көньяҡ өлөшөндә таш һибелмәләре бар. Машаҡ свитаһы метабазальттарынан һәм полимикт ҡомташтарынан тора. Ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡарағай, ҡарағас һәм ҡайын урмандарынан ғибәрәт.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.